08:28 (UTC+5), 05 Февраль 2019

Сибайҙан 50 бала Башҡортостандың пульмонология шифаханаһына юлланды

социаль селтәрҙәр
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 5 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Сибайҙан 50 бала 5 февралдә иртән Ишембай пульмонология шифаханаһына юлланды. Был турала муниципалитеттағы оператив кәңәшмәлә Сибай хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов хәбәр итте.
Балалар «ГАЗел»дәрҙә һәм Башҡортостан ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре оҙатыуында тәғәйенләнгән урынға — шифаханаға килеп етте.
Был — Сибай карьерынан 500 метр алыҫлыҡта урынлашҡан йорттарҙа, «зона-500» тип йөрөтөлгән урында йәшәгән балаларҙың тәүге төркөмө.
Ҡала халҡынан Башҡортостан шифаханалары буйынса 300-ҙән ашыу ғариза килде, тип билдәләне Сибай башлығы.
«Улар буйынса шөғөлләнербеҙ. Бынан тыш, «Танып» шифаханаһы етәксеһе «зона-500»-ҙән оло йәштәге 50 кешене бушлай ҡабул итергә әҙер. Юлламаларҙы 10 көнлөк өс өлөшкә бүлергә мөмкин, — тине Рөстәм Афзалов. — Ҡырым буйынса ғаризалар бик күп. Шуларҙан 261 ғариза әҙер. Беҙ оҙатыусылар (социаль хеҙмәткәрҙәр, медиктар) менән бергә 250-шәр кешелек ике заезд билдәләнек. Улар менән бергә бөтәһе 279 кеше. Мәсьәлә финанслау һәм транспорт буйынса тамамланыу алдында – республика фондында аҡса бар».
Сибай башлығы әйтеүенсә, баш тартыусылар ҙа бар – «зона-500»-ҙән 11 кеше Ҡырымдан да, Башҡортостан шифаханаларынан да баш тартты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика