05:45 (UTC+5), 05 Февраля 2019

Башҡортостанда онкологияға ҡаршы көрәшкә 8,5 миллиард һум бүленде

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 5 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Башҡортостанда тәүге тапҡыр онкология сирҙәренә ҡаршы көрәшеү өсөн дарыуҙарға аҡса 2018 йылға ҡарағанда өс тапҡырға күберәк бүленде. Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш штаттан тыш белгес-онкологы, республика клиник онкология диспансерының баш табибы Руслан Солтанов һүҙҙәренсә, был сумма 2,5 миллиард һумға етте [Мотлаҡ медицина страховкаһы фонды аша бүленә].
«Был аҡса барлыҡ беренсел ауырыуҙар өсөн дарыу терапияһына етергә тейеш, — тип билдәләне Башҡортостандың баш онкологы. — Биш миллиард һум самаһы ҡорамалдарға йүнәлтелә, шуның дүрттән бере — республика аҡсаһы. Шулай уҡ 1,5 миллиарды радиологияны яңынан йыһазландырыуға бүленде. Был — заманса нур ҡулайламаһы».
Республикала өс аппаратты 2019 йылда алмаштыралар һәм тағы өсәүҙе — 2021 йылға тиклем, тип һөйләне Руслан Солтанов «Башинформ» агентлығындағы матбуғат конференцияһында. Һөҙөмтәлә ҡайтанан йыһазландырыуға — 6 миллиард һум, ә дарыуҙарға 2,5 миллиард һум йүнәлтәләр.
Ошо аҡса, спикер мәғлүмәттәре буйынса, билдәле маҡсатлы күрһәткестәр менән бүленә. Шулай итеп, 2024 йылға Башҡортостанда яман шештән үлеү осраҡтары 100 мең кешегә 170 осраҡҡа тиклем кәмергә (2018 йылда — 186), өҫтәүенә биш йыл йәшәү 36% тиерлек һәм иртә диагностикалау 8% артырға тейеш.
Бынан алда «Башинформ» Башҡортостанда республика онкология диспансерының яңы хирургия корпусын төҙөү проекты тормошҡа ашырылыуы тураһында хәбәр иткәйне (хаҡы — 600 миллион һум). Сафҡа индереү 2019 йылдың аҙағына билдәләнгән. Шулай уҡ алты йылда төбәк яман шеште диагностикалауҙан тыш, уны дауалау менән шөғөлләнгән 8 онкология үҙәген асырға ниәтләй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика