09:39 (UTC+5), 05 Февраля 2019

1 апрелдән Өфө мәктәптәре биш көнлөк уҡыу аҙнаһына күсә

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 5 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Өфө мәктәптәрен 1 апрелдән биш көнлөк уҡыу аҙнаһына күсерергә әҙерләйҙәр. Өфө хакимиәтенең мәғариф идаралығы етәксеһе Елена Хаффазова был хаҡта мэриялағы кәңәшмәлә хәбәр итте.
«Биш көнлөк уҡыуға күсеү тәҡдиме ата-әсәләрҙә, уҡытыусыларҙа һәм мәктәп етәкселәрендә киң хуплау тапты. Дәрестәр теҙмәһенә үҙгәрештәр, төп мәғариф программаларына, пландарға һәм графиктарға төҙәтмәләр индерергә кәрәк. Белем биреү йөкләмәһен аҙна эсендә бер тигеҙ бүлергә», — тине Елена Хаффазова.
Уҡытыусылар аҙнаны планлаштырғанда ҡайһы бер шарттарҙы иҫәпкә алырға бурыслы. Атап әйткәндә, көнөнә уҡыу йөкләмәһе беренсе класс уҡыусылары өсөн дүрт, 2-4 класс уҡыусылары өсөн биш, 5-6 класс уҡыусылары өсөн алты һәм 7-11 класс уҡыусылары өсөн ете дәрестән артмаҫҡа тейеш.
Биш көнлөк уҡыу аҙнаһына ике сменала эшләгән мәктәптәр ҙә күсә ала. Бының өсөн көндөң икенсе яртыһындағы дәрестәр 40 минутҡа тиклем ҡыҫҡартыла һәм уҡыу киске сәғәт 7-лә тамамлана.
Өфө мәктәптәре биш көнлөк менән таныш, ҡалала бындай тәжрибә 2016 йылдан бирле ҡулланыла. 81 мәктәптә (57133 кеше) биш көнлөк эш аҙнаһы — нигеҙҙә был башланғыс мәктәп; 14 мәктәптә бер үк ваҡытта биш һәм алты көнлөк уҡыу аҙнаһы; 12 мәктәптә тулыһынса биш көнлөк, 21 мәктәптә алты көнлөк эш аҙнаһы.
Айҙың бер шәмбеһе дөйөм үҫтереүсе сараларға бағышлана. Әлеге ваҡытта республика Мәғариф министрлығында тотош Башҡортостанда саралар бер төрлө булһын өсөн методик тәҡдимдәр әҙерләнә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика