09:30 (UTC+5), 04 Февраля 2019

Радий Хәбиров: Эш биреүселәрҙе хеҙмәткәрҙәрҙең һаулығы тураһында ҡайғыртырға дәртләндерергә кәрәк

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 4 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. «Хеҙмәт баҙары бөгөн яңы компетенциялар талап итә, хеҙмәткәрҙәрҙең һөнәри оҫталығының кәрәге тиҙ бөтә. Шуға күрә мәғариф системаһының да, кешеләрҙең дә үҙгәрештәрҙән артта ҡалмауы бик мөһим», — тине Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, Өфөләге Конгресс-холда барған «Хеҙмәт өлкәһе киләсәге» халыҡ-ара форумының пленар ултырышын асып.
Уның һүҙҙәренсә, бөгөн хеҙмәткәрҙәрҙең һаулығына ҙур иғтибар бүлергә кәрәк. Тап һау-сәләмәт һәм бәхетле кеше – хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу өсөн ҙур потенциал.
Башҡортостан етәксеһе республиканың әле мотлаҡ медицина страховкалауы тураһындағы законға үҙгәрештәр индерергә йыйыныуы тураһында һөйләне. Унда хеҙмәткәрҙәрҙең һаулығын яҡшыраҡ хәстәрләһендәр өсөн эш биреүселәрҙе дәртләндереү механизмын әҙерләргә тәҡдим ителә.
«Тәү сиратта был диспансерлаштырыуға ҡағыла, уны исем өсөн генә түгел, ә сифатлы итеп үткәреү зарур. Шуға күрә дәүләт яғынан матди дәртләндереү кәрәк», — тине Радий Хәбиров, конференция модераторы, «Рәсәй» телеканалы алып барыусыһы Сергей Брилевтың һорауына яуап биреп.
1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика