04:29 (UTC+5), 04 Февраля 2019

Башҡортостандың Эске эштәр министрлығы сит ил паспорттарын биреүҙе өлөшләтә туҡтата

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 4 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Башҡортостанда 5 йылға иҫәпләнгән сит ил паспорттарын биреү өлөшләтә туҡтатыла. Һүҙ Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының Миграция мәсьәләләре буйынса идаралығында документтар тултырыу эшмәкәрлеген туҡтатыу хаҡында бара, тип белдерҙеләр Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
2019 йылдың 1 февраленән 5 йылға иҫәпләнгән сит ил паспортын биреү буйынса дәүләт хеҙмәте миграция мәсьәләләре буйынса башҡа бүлектәрҙә күрһәтелә. Уларҙың исемлеге менән бында танышырға мөмкин.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 5 йыллыҡ сит ил паспортын алыу өсөн дәүләт пошлинаһы 14 йәшкәсә балаларға — 1000 һум, 14 йәштән өлкән граждандарға — 2000 һум.
Берҙәм дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр порталында ғариза яҙған осраҡта дәүләт пошлинаһын түләүгә 30% ташлама ғәмәлдә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика