12:36 (UTC+5), 04 Февраль 2019

Башҡортостанда киҙеү һәм ОРВИ менән сирләүҙең эпидемия сиге 28% артты — «Роспотребнадзор»

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 4 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.
Уҙған аҙнала, 26 ғинуарҙан 3 февралгә тиклем, Башҡортостанда 26 меңдән ашыу кеше киҙеү һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырый башланы, уларҙың 64% — балалар, күбеһе 3-6 йәштә. «Роспотребнадзор»ҙың Башҡортостан идаралығы етәксеһе, республиканың баш дәүләт санитар табибы Евгений Степанов Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә ошо хаҡта хәбәр итте.
«Үткән аҙналағы мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда грипп һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән сирләүҙең 26 мең осрағы теркәлде. Уларҙың 64% — балалар. Унан алдағы аҙна менән сағыштырғанда республикала сирҙең эпидемия сиге 28% артты», — тине Евгений Степанов.
Уның һүҙҙәренсә, ауырыуҙарҙың күпселеге — республиканың баш ҡалаһында. Бер аҙнала Өфөлә был һан 8 мең кешегә етте.
Евгений Степанов билдәләүенсә, мәғариф учреждениеларын карантинға ябыу тураһында һөйләү иртәрәк.
«Әлегә уҡыуҙы туҡтатыу тураһында ҡарарҙар булманы. Белем биреү учреждениелары етәкселәре сирләүселәрҙең артыуын контролдә тота һәм әгәр класта ауырыуҙар һаны 20% артһа, карантин тураһында ҡарар ҡабул итергә тип һөйләштек», — тине Башҡортостандың баш санитар табибы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика