06:56 (UTC+5), 01 Февраля 2019

Радий Хәбиров мәктәптәрҙә биш көнлөк уҡыуға күсергә тәҡдим итте

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 1 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Бөгөн Өфөлә беренсе мәктәп мәғарифы форумы асылды. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров үҙ сығышында мәктәптәрҙә биш көнлөк уҡыуға күсергә тигән тәҡдим индерҙе. Балалар былай ҙа арыған һәм ял көндәрен ғаиләһе менән уҙғарырға тейеш. Шуның менән бергә биш көнлөк эш аҙнаһына күсеү барышында уҡытыусыларҙың эш хаҡы һаҡлана. 32 буш шәмбенең һигеҙен Радий Хәбиров мәктәпкә арнарға тәҡдим итте.
Мәҫәлән, беренсе шәмбене дөйөм мәктәп спартакиадаһына бағышларға. Октябрҙәге икенсе шәмбене тыуған яҡты өйрәнеүгә бирергә, унда билдәле яҡташтарыбыҙҙы йәки хеҙмәт геройҙарын саҡырырға мөмкин.
«Балаларыбыҙҙың мәктәптән һау-сәләмәт, бәхетле, матур кешеләр булып сығыуҙарын теләйбеҙ, шуға күрә биш көнлөк уҡыуға күсергә тәҡдим итәм», — тине Радий Хәбиров.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика