12:31 (UTC+5), 01 Февраля 2019

Башҡорт ҡоролтайы конкурста еңеү яулаған иң шәп башҡорт ғаиләһенә телевизор бүләк итә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 1 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 1 мартта республикала Башҡорт ғаиләһе көнө билдәләнә. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ошо уңайҙан «Башҡорт ғаиләһе көнө» интернет-конкурсын иғлан итә.
«Милләттәштәребеҙ араһында маҡтауға лайыҡ һәм башҡаларға өлгө булған дан ғаиләләребеҙ байтаҡ. Әйҙәгеҙ, уларҙы бар ғаләмгә күрһәтәйек, — тиҙәр Ҡоролтайҙа. — Балаларын илһөйәр, телһөйәр итеп тәрбиәләгән, туған телдә иркен аралашҡан; халҡыбыҙ тарихын һаҡлауға, мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереүгә тос өлөш индергән, йолаларҙы тотҡан, милли кәсептәрҙе тергеҙгән, башҡаларҙы ла был эшкә йәлеп иткән, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаған һәм үҙ өлгөһөнә эйәртә алған рухлы ғаиләләрҙе ошо конкурста ҡатнашырға саҡырабыҙ».
2017-2018 йылдарҙа «Матур ғаилә – ил ҡото» һәм «Ғаилә – туған тел һаҡсыһы» асыҡ республика конкурс-фестивалдәрендә ҡатнашҡан ғаиләләр «Башҡорт ғаиләһе – 2019» конкурсында ҡатнаша алмай. Ғаиләләр тураһында 3-5 минутлыҡ видеояҙмаларҙы 2019 йылдың 27 февраленә тиклем конкурстың рәсми төркөмөнә ҡуйырға кәрәк.
Еңеүсене жюри билдәләй. Төп бүләк – телевизор. Интернетта иң күп «лайыҡ» йыйған, йәғни тамашасы һөйөүен яулаған өлгөлө ғаиләне лә матур бүләк көтә. Еңеүсе ғаилә һәм иң күп «лайыҡ» йыйған ғаилә тураһында мәғлүмәт Ҡоролтайҙың рәсми сайтында һәм уның социаль селтәрҙәге төркөмөндә баҫыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика