Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.05
+0.27
98.64
+0.62
84.01
+0.34
4+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Ғинуар 2019, 13:51

Өфөлә мәктәптәрҙе, поликлиникаларҙы һәм дауаханаларҙы эвакуациялайҙар

Ксения Калинина
Ксения Калинина
ӨФӨ, 2019 йыл, 31 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. 31 ғинуарҙа «Башинформ» агентлығына Өфөлә бер юлы ике медицина учреждениеһын эвакуациялауҙары тураһында хәбәр килде. Оператив мәғлүмәттәр буйынса, әле персонал һәм ҡотҡарыусылар Черниковка биҫтәһендәге 17-се ҡала балалар дауаханаһының һәм Запотоцкий урамындағы йоғошло сирҙәр дауаханаһының бөтә пациенттарын тышҡа сығара.
Хоҡуҡ һаҡлау органдарындағы сығанаҡ мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостандың баш ҡалаһында ике көн элек булған хәл ҡабатлана, ул саҡта дәүләт учреждениеларына бинаға шартлатҡыс һалыныуы тураһында ялған хәбәрҙәр килде. Шулай уҡ мәктәптәрҙе һәм башҡа һаулыҡ һаҡлау өлкәһе объекттарын эвакуациялауҙары тураһында билдәле. Атап әйткәндә, 13-сө поликлиниканы, 10-сы күҙ дауаханаһын, травмпунктты, 15-се, 35-се, 38-се, 141-се һәм 108-се мәктәптәрҙе. Социаль селтәрҙә Кировоград урамындағы «Төҙөлөш баҙары»нан кешеләрҙе сығарыуҙары хаҡында хәбәр итәләр.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәрсеһе ваҡиға урынынан хәбәр итеүенсә, 35-се мәктәп уҡыусылары ваҡытлыса Конгресс-холға урынлаштырылды.
Читайте нас: