08:37 (UTC+5), 31 Января 2019

Башҡортостанда былтыр прокуратура 205 меңдән ашыу закон боҙоу осрағын асыҡланы

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 31 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. 2018 йылда республика прокуратураһы 205 меңдән ашыу закон боҙоу осрағын асыҡланы, шуның яртыһынан ашыуы — тикшереүҙе һәм тәүләп һорау алыуҙы күҙәтеү, 42,2% — федераль ҡануниәтте үтәүҙе күҙәтеү өлкәһендә. Республика прокуроры Андрей Назаров Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының быйылғы тәүге пленар ултырышында сығыш яһағанда ошо хаҡта һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, прокурорҙарҙың эҙмә-эҙлекле эш алып барыуы һөҙөмтәһендә инвалид балаларҙың, етемдәрҙең һәм ишле ғаиләләрҙең торлаҡ, милек һәм башҡа социаль хоҡуҡтарын боҙоу осраҡтарына юл ҡуйылманы. Прокурорҙарҙың һәм бөтә кимәлдәге власть органдарының көсө менән 788 етем уңайлы шарттары булған торлаҡ менән тәьмин ителде.
Күҙәтеү ведомствоһы бәлиғ булмағандарҙың льготалы дарыуҙар алыуға хоҡуғын бик күп тапҡыр боҙоу осраҡтарын да теркәне. Прокуратура ярҙамы менән өс мең ярымдан ашыу бала, шул иҫәптән 151 инвалид бала уҙған йылда бушлай дарыуҙар менән тәьмин ителде. Бөтәһе 1300-ҙән ашыу кеше льготалы дарыуҙар алды. Прокурорҙар суд тәртибендә льготалыларҙың препараттар һатып алыуға тотонған 1,5 миллион һумдан ашыу аҡсаһын түләттерҙе.
«Коррупцияға ҡаршы көрәш, элекке кеүек үк, күҙәтеү эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе булып ҡала. Тикшереүҙәр 3500 самаһы закон боҙоуҙы, 915 коррупция енәйәтен асыҡланы. 1675 вазифалы кеше дисциплинар һәм административ яуаплылыҡҡа тарттырылды, 61 енәйәт эше ҡуҙғатылды», — тип билдәләне Башҡортостан прокуроры.
Уҙған йылда прокурорҙар эш хаҡы буйынса 1 миллиард һумдан күберәк бурысы булған 387 эш биреүсене асыҡланы, прокурорҙар ярҙамы менән асыҡланған бурыстың 650 миллион һумдан ашыуын бөтөрөүгә өлгәшелде.
Прокурорҙар 5000-дән ашыу тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтен боҙоу осрағын туҡтатты, 80 енәйәт эше асылды (рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыу).
2018 йылда прокурорҙар 45 меңдән ашыу мөрәжәғәт ҡабул итте. Уларҙың йылдан-йыл артыуы күҙәтелә. Был халыҡтың прокуратура органдарына ышаныуы тураһында һөйләй. Килгән һәр бишенсе тиерлек ялыу ҡәнәғәтләндерелә, дөйөм алғанда, бер йыл эсендә 9 000-дән ашыу граждандың боҙолған хоҡуҡтары тергеҙелде. Шәхси ҡабул итеүгә 10 мең самаһы кеше килде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика