04:32 (UTC+5), 29 Ғинуар 2019

Өфөлә «Баш ҡаланың йыл уҡытыусыһы – 2019» конкурсының абсолют еңеүсеһе билдәле булды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 29 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Өфөлә, Рус дәүләт академия драма театрында, XХII «Баш ҡаланың йыл уҡытыусыһы – 2019» ҡала конкурсын һәм XV «Баш ҡаланың башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2019» ҡала конкурсын ябыу тантанаһы уҙҙы. Өфө ҡалаһы хакимиәтендә хәбәр итеүҙәренсә, бөтә конкурс һынауҙары йомғаҡтары буйынса лауреаттар һәм еңеүселәр билдәләнде.
«Баш ҡаланың йыл уҡытыусыһы – 2019» конкурсының абсолют еңеүсеһе – 47-се гимназияның иҡтисад уҡытыусыһы Ирина Хисмәтуллина.
Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы исемен 7-се мәктәптән Гөлшат Ғәбитова алды. 65-се татар гимназияһынан Гүзәл Заһитова иң яҡшы татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы тип танылды. Иң яҡшы рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы – 6-сы лицейҙан Айгөл Хөсәйенова.
«Педагогик дебют» номинацияһында – 160-сы лицейҙың һынлы сәнғәт уҡытыусыһы Ангелина Тимирова, ә «Педагогик өмөт» номинацияһында (башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһында) 103-сө мәктәптән Зөлфиә Иҫәнбаева еңеү яуланы.
Бәйгелә бөтәһе 17 фән буйынса 66 уҡытыусы ҡатнашты. Улар араһында — 27 йәш уҡытыусы. Дүртенсе йыл рәттән йәш уҡытыусыларға ярҙам итеү маҡсатында «Баш ҡаланың йыл уҡытыусыһы» конкурсында ҡатнашыусыларға — «Педагогик дебют», «Баш ҡаланың башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» конкурсанттары өсөн «Педагогик өмөт» номинациялары булдырылды.
22 йыл дауамында «Башҡортостандың баш ҡалаһының йыл уҡытыусыһы» ҡала конкурсында 2,5 меңдән ашыу кеше ҡатнашты, 600-ҙән күберәк уҡытыусы лауреат исемен алды. Өфө уҡытыусылары 19 тапҡыр «Йыл уҡытыусыһы» республика конкурсы еңеүселәре булды.
Шулай уҡ Рәсәйҙең халыҡ мәғарифы һәм фән хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан комитеты наградалары тапшырылды. «Башҡортостандың баш ҡалаһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» конкурсында ҡатнашыусылар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан махсус бүләктәр алды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика