08:14 (UTC+5), 29 Января 2019

Өфөлә 1 февралгә шыршылар һәм боҙ ҡаласыҡтары алына – мэрия

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 29 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Өфөлә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығына 1 февралгә ҡала майҙандарынан шыршыларҙы алыу һәм барлыҡ боҙ ҡаласыҡтарын емереү бурысы йөкмәтелде. Бөгөн мэриялағы оператив кәңәшмәлә ҡала хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин ошо хаҡта белдерҙе.
«Яңы байрамдары үтте. Ғинуарҙа балаларға, Өфө халҡына һәм ҡунаҡтарына байрамды тойорға мөмкинлек бирҙек. Ләкин 1 февралгә шыршыларҙы алырға һәм бөтә майҙандарҙы тәртипкә килтерергә кәрәк»,— тине Өлфәт Мостафин.
Боҙ ҡаласыҡтарын ваҡытында һүтеү — тәү сиратта ҡала халҡының һәм ҡунаҡтарының хәүефһеҙлек мәсьәләһе, тип асыҡлыҡ индерҙеләр хакимиәттә. Өфөлә боҙ ҡаласыҡтары ай ярымдан ашыуыраҡ торҙо.
Баш ҡала урамдарын яңы йыл иллюминацияһы 14 февралгә тиклем биҙәй, тип өҫтәнеләр мэрияла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика