12:23 (UTC+5), 25 Января 2019

Рус география йәмғиәте экспедицияһы Торатау геопаркы сиктәрен билдәләү өсөн Ишембай районына юлланды

www.instagram.com/rufinashagapova/
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 25 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Бөгөн Рус география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе экспедицияһы ғинуар башында республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы указы менән булдырылған Торатау геопаркы сиктәрен билдәләү өсөн Ишембай районына юлланды. Геопарк составына махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре — Торатау менән Йөрәктау, шулай уҡ ике райондың башҡа үҙенсәлекле объекттары индерелде. Улар — Ромадановка йырыны, Хажы мәмерйәһе һәм Берғамыт шишмәһе, Егән, Ыласын, Олимпия мәмерйәләре һәм уларҙың тирә‑яғы, Туғарһалған күле, Алатау биләмәһе, Этҡол һаҙлығы, «Ишембай» дәүләт тәбиғәт заказнигы биләмәһендә урынлашҡан Ҡуҡрауыҡ шарлауығы, Салауат Юлаев һәм Ташөй мәмерйәләре, Кәлимосҡан ҡаяһы.
Ҡаргиҙәрҙәрҙәге экспедицияны Ишембай районы хакимиәте, «Рада» клубы һәм Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе ойошторған. Экспедиция составында — 17 кеше.
Сәфәрҙең маҡсаты — геопаркта тәбиғәт ҡомартҡылары менән танышыу, мәмерйәләрҙе, шишмәләрҙе, шарлауыҡтарҙы, һаҙлыҡтарҙы, күлдәрҙе ҡарау, Торатауға артылыу, геопарктың буласаҡ туристик маршруттарын һынау.
Маршрут Иҫәкәй, Маҡар, Егән, Ғүмәр, Этҡол, Хажы, Һайран, Иҫкесәк, Көҙән ауылдары тирәһенән уҙа.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика