14:53 (UTC+5), 25 Января 2019

Өфөлә «Медиа бергә. Волга буйы» фестивале башланды

ӨФӨ, 2019 йыл, 25 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостандың баш ҡалаһы тәүге тапҡыр «Медиа бергә. Волга буйы» Бөтә Рәсәй журналистика фестивален ҡабул итә. Өс көн дауамында спикерҙар оҫталыҡ дәрестәре һәм лекциялар уҙғара, журналистарҙың эштәрен тикшерә һөм төбәк конкурстарына йомғаҡ яһай.
«Беҙ ҡунаҡтарҙы ҡояшлы Башҡортостанда ҡаршы алыуыбыҙға шатбыҙ. Емешле эшләрбеҙ һәм бер-беребеҙгә файҙалы булырбыҙ тип ышанабыҙ», — тип сәләмләне фестивалде ойоштороусыларҙы һәм унда ҡатнашыусыларҙы республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов.
Үҙ сиратында, ойоштороусылар Өфөгә йылы ҡабул иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе.
«Бында килеүебеҙгә бик шатбыҙ һәм ғәмәли семинарҙарҙан һуң төбәктең колориты һәм үҙенсәлеге менән танышырбыҙ тип уйлайым», — тине Бойондороҡһоҙ радиотапшырыуҙар фондының генераль директоры Наталья Власова.
Фестиваль спикерҙары: Владимир Дрозд (Vladimir Drozd) — «Вести ФМ» радиоһы, Петр Мироненко — The Bell, Иван Голунов — Meduza, Макс Димов — Мәскәү FM, Александр Кияткин — Ornament, Залина Маршенкулова — «Батенька, да вы трансформер», Елена Зимина — ACC коучы, карьера консультанты, Андрей Фрольченков — LocalFeed, Оксана Зәйнуллина-Бахмет —DFM-Краснодар радиостанцияһы, Ирина Телицына — «Пресс-Папье».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика