04:20 (UTC+5), 25 Января 2019

Башҡортостанда V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы датаһы һәм форматы билдәләнде

Башҡорт ҡоролтайы башҡарма комитетының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 25 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 2019 йылдың 28-29 июнендә уҙа. Сираттағы ултырышта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзалары тап ошо датаны раҫланы.
Ойошманың матбуғат секретары Айгөл Шәрәфетдинова хәбәр итеүенсә, съездың тәүге көнөндә пленар ултырыштан һуң ете секция эшләй. Башҡарма комитет уларҙың йүнәлештәрен билдәләне. Улар – милли мәғариф, тарих һәм мәҙәниәт, башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү, демография, әсәлек, аталыҡ һәм балалыҡ проблемалары, ваҡытлы матбуғат һәм мәғлүмәт сәйәсәте, башҡорт йәштәре, ер, эшҡыуарлыҡ һәм туризм мәсьәләләре. Секцияларҙың йөкмәткеһе, форматы һуңғараҡ аныҡлана.
Съезға делегаттар һайлау буйынса түбәндәге формула билдәләнде: республикала 4 мең кешегә – бер делегат, Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдәрҙән 3 мең кешегә – бер делегат. Уларҙың 30% әүҙем йәштәр булырға тейеш. Кандидаттарҙы һайлап алыу буйынса шарттар ҡаты, был документ урындағы ҡоролтайҙарға ебәрелә.
Йыйындың икенсе көнө Ишембай районында уҙа. Торатау янында Ҙур Урал һабантуйын ойоштороу күҙаллана. Уның барышында ҡоролтайҙың йомғаҡлау ултырышы ла ҡаралған.
Ултырышта Башҡарма комитеты ағзалары ағымдағы йылға төп саралар планын, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл тулыуға арналған юбилей сараларын уҙғарыуҙы ҡараны һәм раҫланы.
Шулай уҡ V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әҙерләнеү һәм уны үткәреү барышында «Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы» проектын эшләргә хәл ителде, шуға бәйле проект өсөн яуаплы эксперт комиссияһы тулыландырылды һәм раҫланды.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика