06:27 (UTC+5), 24 Января 2019

Баш ҡалала өс яңы күпер төҙөү күҙаллана

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 24 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Өфөлә өс яңы күпер төҙөү күҙаллана. Беренсе күпер — Интернациональ урамы яғына табан, ул Черниковканан ағымды М7 трассаһына тоташтырырға тейеш, икенсеһе — Димдән Нижегородкаға, өсөнсөһө — Өфө — Аэропорт трассаһы буйлап Кузнецов затоны аша Менделеев урамына.
Башҡортостан юлдаш телеканалы хәбәр итеүенсә, был мәсьәлә Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетында тикшерелде. Потенциаль инвесторҙар – Ҡытайҙан. Яңы проект ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра.
«Киләһе ике аҙнала ниәттәр тураһында берлектәге меморандум проектын әҙерләргә һөйләштек, унда ошо күперҙәр төҙөлөшө финансын һәм техник характеристикаһын сағылдырырбыҙ», — тине Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов.
Проект буйынса, күперҙәр өс йылдан сафҡа индерелә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика