05:54 (UTC+5), 23 Ғинуар 2019

Радий Хәбиров шихандар буйынса ҡарарына йәнә асыҡлыҡ индерҙе

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 23 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «Ведомости» гәзитенә интервью бирҙе. Төбәк етәксеһе шихандар — Торатауҙы һаҡлап ҡалып, шихандарҙың береһен – Ҡуштауҙы Башҡортостан сода компанияһына биреү буйынса ҡарарына йәнә асыҡлыҡ индерҙе.
«Был ауыр ҡарар булды. Мине республикаға тәғәйенләгәнсе, Рәсәйҙә йәшәгән һәр кем ошо конфликт тураһында белгәндер – ул саманан тыш арттырылды. Конфликттың бик күп сәбәптәрен белә һәм уны мөмкин тиклем тиҙерәк хәл итергә кәрәклеген аңлай инем, — тине Радий Хәбиров. — Республиканың ҙур предприятиеһында бик күп кеше эшләй, тиҙҙән унда сеймал менән бәйле проблемалар тыуыуы бар. Икенсе мәсьәлә: Башҡортостан сода компанияһы бер нисә тәбиғәт объектына дәғүә итә. Мин бер ҡасан да Йөрәктау менән Торатауҙы биреүгә юл ҡуймаҫ инем».
Республика етәксеһе хәлде сәйәсиләштерүгә ҡаршы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.Уның фекеренсә, Торатау башҡорттар ғына түгел, ә республиканың бөтә халыҡтары өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Радий Хәбиров проблеманы оҙаҡ тикшереүе, Башҡортостан сода компанияһы етәкселеге, экологтар, йәмәғәтселәр, эксперттар менән күп һөйләшеүе һәм ҡарар ҡабул итеүе хаҡында һөйләне.
«Ҡуштау ҙа шихан, ләкин республикабыҙҙа ундайҙар 80-гә яҡын, ул файҙаланыла, һаҡланыу статусы ла юҡ. Тауҙағы ҡомартҡыларҙы икенсе урынға күсерергә уйлайбыҙ, — тип хәбәр итте башлыҡ вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы. — Ошо тауҙарға теймәһендәр өсөн Торатау менән Йөрәктауға махсус статустар бирергә теләйбеҙ. Геопарктар булдырырбыҙ һәм уларҙы ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы объекттары итеп таныуҙарына өлгәшербеҙ».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика