09:02 (UTC+5), 23 Ғинуар 2019

Башҡортостан балалары Ҡырымға ял итергә февраль аҙағында һәм март айында бара

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 23 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Уҙған йылдың аҙағынан халҡы тау-байыҡтырыу комбинатының карьеры төтәүе сәбәпле һауала зарарлы матдәләр күбәйеүҙән яфаланған Сибай балалары Ҡырымға ял итергә февраль аҙағында һәм март айында бара. Был хаҡта «Ҡырыминформ»ға республика башлығы Сергей Аксёнов хәбәр итте.
«Беренсе төркөм – 250 бала – 20 февралдә килә, ә икенсе төркөм 10 марттан ял итә, шулай уҡ 250 бала. Башҡортостанда беҙҙең Армянск ҡалаһындағы кеүек үк хәл булды. Эҙемтәләр ҙә шуға оҡшаш. Ярҙам күрһәтергә кәрәк», – тине Аксёнов.
Ҡырым башлығы һүҙҙәренсә, балалар Евпаторияға һәм Көньяҡ ярға һауыҡтырыуға ебәрелә. Транспорт – Краснодарға тиклем поездарҙа, унан автобустарҙа – тулыһынса Башҡортостан Республикаһы иҫәбенә түләнә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостандан 500 баланы һауыҡтырыуға ҡабул итеү тураһында ҡарар Ҡырым делегацияһының Өфөгә сәфәре барышында ҡабул ителде.
Сибай хакимиәтендә билдәләүҙәренсә, шифахана-курорт дауалауына тәү сиратта санитар-һаҡлау зонаһына яҡын урынлашҡан биләмәлә йәшәгән һәм медицина күрһәтмәһе буйынса шифаханала дауаланыуға мохтаж балалар ебәрелә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика