14:00 (UTC+5), 18 Января 2019

Сибайҙар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитетына үҙҙәрен борсоған мәсьәләләрҙе һәм теләктәрен еткерҙе

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 18 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Бөгөн Сибайҙың Йәштәр үҙәгендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының ултырышы уҙҙы. Ултырыш эшендә Сибай ҡалаһының Башҡорт ҡоролтайы башҡарма комитеты, «Ағинәйҙәр ҡоро» клубы, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары союзы, Аҡһаҡалдар ҡоро һәм башҡа йәмәғәт ойошмалары ағзалары ҡатнашты.
Ултырышта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының V съезына әҙерләнеү һәм уның барышында «Башҡорт халҡын үҫтереү стратегияһы»н төҙөү мәсьәләләре тикшерелде. Шулай уҡ йыйылыусылар ағымдағы йылға, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһының ойошторолоуына 100 йыл тулыуға арналған юбилей сараларын ойоштороу һәм үткәреү пландарын ҡараны.
Ултырышта һүҙ үҙеңдең хоҡуҡтарыңды белергә, туған телде өйрәнеү өлкәһендә уларҙы яҡларға кәрәклеге, телдәрҙе үҫтереү программаһы сиктәрендә башҡорт телен цифрлаштырыу тураһында барҙы. Унда ирекле микрофон эшләне, теләгән һәр кем үҙ фекерен белдерҙе.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин Сибайға ошо вазифала тәүге тапҡыр килде.
«Ултырышта йөҙләгән кеше ҡатнашты, ҡыҙыҡлы һәм йәнле һөйләшеү булды, ултырыш өс сәғәткә яҡын дауам итте, — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына Данир Ғәйнуллин. — Халыҡ мәктәптәрҙең, белем усаҡтарына йөрөтөү өсөн автобустарҙың етмәүе, башҡорт телен уҡытыу методикаһы, дәреслектәр хаҡында бик күп һорауҙар бирҙе. Йәштәрҙе эшкә урынлаштырыу һәм йәмәғәт тормошона йәлеп итеү тураһында ла әйтелде. Аҡһаҡалдар ҡоро милли матбуғатҡа күберәк яҙылайыҡ тигән тәҡдим сығыш яһаны».
1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика