Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+11 °С
10:41 (UTC+5), 18 Января 2019

Сибайҙан 500 бала Ҡырым шифаханаларына ял итергә бара

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 18 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Сибайҙан 500 бала тиҙҙән Ҡырым шифаханаларына ял итергә һәм һаулығын нығытырға бара. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Ҡырымдың рәсми делегацияһы менән осрашыуҙа ошо турала белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, Ҡырым башлығы Сергей Аксенов Урал аръяғындағы ҡалала ҡатмарлы экологик хәл тураһында белгәс, Сибай балаларын Ҡырымға һауыҡтырырға алып барырға тәҡдим иткән.
«Дуҫлыҡ ауыр минуттарҙа ярҙам ҡулы һуҙыуға һәм таяныс булыуға ҡайтып ҡала ла инде. Ошо мөмкинлек өсөн ҙур рәхмәт әйткем килә», — тине Радий Хәбиров.
Ҡырым Башлығы Сергей Аксенов яуап һүҙендә балаларға Ҡырымда оҡшарға тейешлеген һәм Башҡортостанда йәшәүселәрҙең һәммәһе лә уларҙа үҙҙәрен өйҙәге кеүек хис итә алыуын билдәләне.
«Кисә һөйләшкәнсә, беҙ Ҡырым республикаһы шифаханаларында Башҡортостандан 500 баланы ҡабул итергә әҙербеҙ. Ҡырым — ошо йәһәттән үҙенсәлекле төбәк. Беҙҙә йылдың теләһә ҡайһы миҙгелендә балаларҙы ла, өлкәндәрҙе лә ҡабул итеү мөмкинлеге бар. Балалар яҡшы тәьҫораттар алыр тип ышанам. Ә Сибайҙағы ауыр мәсьәлә һеҙҙең ныҡышмалылыҡ менән хәл ителер тип уйлайым. Барыбер еңеп сығырбыҙ. Ҡырымдың Армянск, Керчь ҡалаларында ла ҡатмарлы хәлдәр булды. Ҙур рәхмәт! Ысынында, һеҙ беҙгә йыуаныс һүҙҙәрен генә әйтмәнегеҙ. Һеҙ эшегеҙ менән дә ысын дуҫтар һәм партнёрҙар икәнлегегеҙҙе күрһәттегеҙ. Беҙ бөтә йүнәлештәр буйынса ла Башҡортостан яғынан даими ярҙам тоябыҙ, республика Белогорск районына ныҡ булышлыҡ итә, хөкүмәт беҙгә методик ярҙам күрһәтә. Ошондай берлектәге эш — Рәсәйҙең бөтә төбәктәренең уңыш нигеҙе ул», — тине Сергей Аксенов.
1 из 3
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика