06:40 (UTC+5), 18 Ғинуар 2019

Өфө табиптары Сибайҙа тағы бер аҙнаға ҡала: мэр

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 18 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Өфө табиптары Сибайҙа тағы бер аҙна эшләй, бынан тыш, медиктар бригадаһы балалар һаулығы буйынса белгестәр менән тулылана. Был хаҡта 18 ғинуарҙағы брифингта ҡала мэры Рөстәм Афзалов белдерҙе.
Шулай уҡ Афзалов ҡалала Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары эшләүен билдәләне. Улар бөгөн көндөҙгө сәғәт 2-лә һәм 3-тә халыҡ менән осрашыуҙар үткәрә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Сибайҙа уҙған йылдың ноябренән юғары әҙерлек режимы ғәмәлдә. Урындағы Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының файҙаланылмаған баҡыр ятҡылығында мәғдән әселәнеү сәбәпле һауа зарарлы газдар менән бысранды. Ҡала халҡына урамға сығырға тырышмаҫҡа, респираторҙар, марля бәйләместәрен кейергә, күҙҙәрҙе, танауҙы һәм ауыҙҙы һыу менән сайҡатырға, бинала һауаны дымландырырға һәм күп итеп һыу эсергә кәңәш итәләр.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика