12:34 (UTC+5), 18 Января 2019

Өфөлә күҙ ауырыуҙары институты уҡыусыларҙы бушлай тикшерә

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 18 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты Рәсәйҙә тәүге тапҡыр мәктәп йәшендәге балаларҙы тикшерә. Белгестәр компьютер технологияларын, мобиль ҡоролмаларҙы ҡулланыу һәм күрәшлектең үҫешеүе араһында үҙ-ара бәйләнеште асыҡларға теләй. Был проблема тулыһынса тикшерелмәгән һәм шуға ярашлы ошо фекерҙе раҫлаған база юҡ, ти табиптар. Был мәсьәлә айырыуса мәктәп йәшендәге балалар араһында көнүҙәк. Рәсәйҙә халыҡтың 50% яҡыны күрәшлектән яфалана һәм йылдар үтеүе менән был һан арта бара.
Уҡыусылар араһында тикшереү бушлай уҙғарыла һәм заманса ҡорамалда диагностика сараларының тулы комплексын үҙ эсенә ала. Күҙ ауырыуҙары асыҡланған осраҡта балаларға Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтында офтальмологик ярҙам күрһәтелә.
Өфө уҡыусыларын тикшереү 21 ғинуарҙан башлана. Тәүгеләрҙән булып 14-се мәктәп уҡыусыларын тикшерәләр.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика