08:01 (UTC+5), 17 Января 2019

Республикала киҙеүҙең тәүге осраҡтары теркәлде

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 17 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Роспотребнадзор Башҡортостан биләмәһендә гриптың тәүге осраҡтары тураһында хәбәр итә. Ведомствола уларҙың ниндәй ҡалаларҙа лаборатор раҫланғаны тураһында әйтмәнеләр. Шулай уҡ республикала вирус инфекциялары менән сирләүселәрҙең артыуы күҙәтелә. Өлкәндәр араһында эпидемик сик 10% күтәрелде, ләкин хәл контролдә тотола, тине ведомствоның эпидемиологик күҙәтеү бүлеге етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Шаһиева.
Уның һүҙҙәренсә, 12900 самаһы кеше киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән сирләй, уларҙың 60% яҡыны – балалар. Был һандар декабргә ҡарағанда күпкә түбәнерәк. Яңы йыл алдынан республикала 18 меңләгән кешегә ошондай диагноз ҡуйылды.
Миҙгел алдынан киң күләмле вакцинация үткәреү һөҙөмтәһендә Башҡортостанда ауырыу кимәле түбән. Халыҡтың 45%, был иһә 1,8 миллион кеше, вирусҡа ҡаршы вакцина һалынды. Уҙған йылда республикала 1,6 миллион кешегә прививка яһалды.
Ғәҙәттәгесә, сирләүселәрҙең артыуы февралгә тура килә. Табиптар үҙаллы дауаланырға кәңәш итмәй. Ауырыуҙың билдәләләре күренеү һәм температура күтәрелеү менән табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Был балаларға ла, өлкәндәргә лә ҡағыла. Бынан тыш, витаминдар һәм махсус препараттар эсергә мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика