Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
76.03
-0.24
90.98
-0.32
62.51
+0.52
-7 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Ғинуар 2019, 17:42

Өфөлә ҡар яуыуы сәбәпле ҙур йөк машиналары хәрәкәте сикләнде

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2019 йыл, 17 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. 17 ғинуарҙа көслө ҡар яуыуы сәбәпле Өфөлә дөйөм ҡулланылыштағы юлдарҙа йөк машиналары хәрәкәте сикләнде. Атап әйткәндә, Өфө-Аэропорт, Өфө-Шакша-КПМ, Өфө-Жилин һәм Өфө-Затон-КПМ йүнәлештәре буйынса ҙур йөк машиналарына инеү тыйылды.
«Сикләү уңайһыҙ һауа шарттарына һәм көслө ҡар яуыуға бәйле. Йөк автотранспортына ҡалаға инеүҙе тыйыуҙы ғәмәлдән алыу тураһында ҡабаттан хәбәр ителер», — тип белдерҙеләр баш ҡала хакимиәтендә.
17 ғинуарҙа Өфөлә көнө буйына ҡар яуа. Ҡаланың коммуналь хеҙмәттәре көсәйтелгән режимға күсерелде.
Читайте нас