08:21 (UTC+5), 16 Ғинуар 2019

Өфө зонаһы буйынса төбәк операторына мессенджер аша сүп-сар сығарыу проблемалары тураһында хәбәр итергә мөмкин

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 16 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 1-се зона буйынса (уға Өфө һәм эргә-тирәләге 14 район инә) төбәк операторы, «Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ» предприятиеһы яңы мобиль сервис индерҙе. Уға ҡалдыҡтарҙы сығарыу графигын боҙоу һәм рөхсәт ителмәгән сүплектәр тураһында хәбәр итергә мөмкин.
Асыҡланған проблемалар хаҡында фото-видео мөрәжәғәттәрҙе WhatsApp һәм Viber мессенджерҙары аша 8-986-704-40-88 номерына ебәрергә була.
Хәбәрҙә ҡыҫҡаса мәсьәләнең асылын һәм инциденттың урынлашҡан урынын күрһәтергә кәрәк. Мәғлүмәт эшкәртелә һәм предприятиеның тейешле хеҙмәттәренә ебәрелә. Алынған һәр мәғлүмәт ваҡытында аныҡ саралар күрергә ярҙам итергә тейеш.
Ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса төбәк операторының хеҙмәтләндереү зонаһына Өфө ҡалаһы, Архангел, Балаҡатай, Благовар, Благовещен, Дыуан, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Ҡыйғы, Кушнаренко, Мәсетле, Нуриман, Салауат, Өфө, Шишмә райондары инә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика