04:27 (UTC+5), 15 Ғинуар 2019

«Төҙөлөш сәғәте»: Башҡортостан етәксеһе өлөшсөләр менән конструктив диалогтың мөһимлеген билдәләне

glavarb.ru
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 15 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Республика Йортонда 14 ғинуарҙа Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «Төҙөлөш сәғәте» форматында төҙөлөш буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Республиканың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Григорий Невоструев проблемалы объекттар төҙөү һәм өлөшсөләр менән эш итеү буйынса эш һөҙөмтәләре тураһында һөйләне, тип хәбәр итә Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте.
Уның һүҙәренсә, 2018 йылдың аҙағында сафҡа индерелгән йорттарҙа кешеләргә фатирҙар тапшырыла. Уҙған йылдың авгусынан 500-ҙән ашыу граждан алданған өлөшсөләр өсөн «ҡыҙыу элемтә» эше барышында консультациялар алды. Ведомство вәкилдәре «Миловка паркы» һәм «Яңы Булгаков» торлаҡ комплекстарында проблемалы объекттарҙы һалыу барышын тикшерҙе, төҙөүселәр һәм өлөшсөләр ҡатнашлығында кәңәшмәләр үткәрҙе.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусының ҡушыуына ярашлы, проблемалы йорттар төҙөлөшөн тамамлау буйынса финанс-иҡтисади схемалар әҙерләнә.
Инициатив төркөм вәкиле Зөлфиә Ғайсина хәбәр итеүенсә, әле профилле комитет, төҙөүсе ойошмалар һәм өлөшсөләр вәкилдәре араһында һөҙөмтәле үҙ-ара эш итеү механизмы яйға һалынған.
Башҡортостан етәксеһе ошо процеста ҡатнашыусыларҙың конструктив диалогының мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
«Һеҙ өлөшсөләр менән аралашыу системаһын булдырғанһығыҙ, уның сиктәрендә көнүҙәк һорауҙарға яуап алырға мөмкин. Был осрашыуҙар даими булырға тейеш. Уның йомғаҡтары буйынса протоколдарҙы раҫларға, улар менән инициатив төркөм вәкилдәрен таныштырырға, ә артабан шулар буйынса өлөшсөләр алдында отчет менән сығыш яһарға кәрәк», — тине Радий Хәбиров.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика