12:10 (UTC+5), 15 Января 2019

Өфө ЮХХДИ-һы «Йәйәүле» операцияһын уҙғара

автор
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 15 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Өфө ЮХХДИ-һы баш ҡалала «Йәйәүле» иҫкәртеү операцияһын уҙғара. Ведомствоның матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, саралар йәйәүлеләрҙең, шулай уҡ водителдәрҙең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуына юл ҡуймауға һәм иҫкәртеүгә йүнәлтелгән.
«2018 йылда Өфө юлдарында йәйәүлеләрҙе бәрҙереүҙең 666 осрағы теркәлгән, 40 кешенең ғүмере өҙөлгән, 661-е йәрәхәтләнгән. Дөйөм һандан йәйәүлеләр ғәйебе менән генә 251 юл фажиғәһе булған, 32 кеше үлгән, 228-е яраланған. Йәйәүлеләр ҡатнашлығындағы аварияларҙың 60% ҡараңғы ваҡытта теркәлә, шуға күрә яҡтылыҡты сағылдырыусы элементтарҙы ҡулланырға кәңәш итәбеҙ», — тип хәбәр иттеләр Өфө ЮХХДИ-да.
Ведомствола шулай уҡ уҙған йылда Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәренең йәйәүлеләрҙең 2486 (+62) һәм водителдәрҙең 6215 (-1061) ҡағиҙә боҙоу осрағына юл ҡуймауы хаҡында өҫтәнеләр.
«Йәйәүле» операцияһы ағымдағы йылдың 31 ғинуарына тиклем дауам итә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика