Авария 13 ғинуарҙа Туймазы районында
булған, өс автомобиль — Лада Калина, Hyundai Solaris һәм Toyota Corolla бәрелешкән. Беренсе машиналағы ике кеше урында һәләк булған, икенсеһендә Собханғол ауылынан ике ҡыҙҙары менән Яҡуповтар ғаиләһе ултырған. Уларҙың бөтәһе лә төрлө йәрәхәттәр алған, балалар хәүефһеҙлек ҡайышын эләктермәгән.