12:30 (UTC+5), 14 Ғинуар 2019

Сибайҙа йәнә насар метеорологик шарттар, карьерҙағы газ өҫкә сыға

социаль селтәрҙәр
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 14 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Бөгөн Сибайҙа насар метеорологик шарттар күҙәтелә. Шул сәбәпле карьер төбөнә йыйылған газ өҫкә сыға. Ҡаланың санитар-һаҡлау зонаһында көкөрт еҫе, төтөн сығыуы мөмкин, тип иҫкәртә урындағы граждандарҙы яҡлау идаралығы.
Кешеләр ҡуйы томандың фотоһын һәм видеоһын социаль селтәргә һала.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған йылдың ноябренән Сибайҙа юғары әҙерлек режимы ғәмәлдә. Ташландыҡ баҡыр ятҡылығында мәғдән әселәнеү сәбәпле һауа зарарлы газдар менән бысранды.
Әлеге ваҡытта ҡалала карьерҙа әселәнеү процестарын бөтөрөү эштәре бара. Атмосфера һауаһы сифаты даими тикшерелә.
Сибайҙа йәшәүселәргә урамға сығырға тырышмаҫҡа, респираторҙар, бәйләместәр кейергә, күҙҙәрҙе, танауҙы һәм ауыҙҙы һыу менән сайҡатырға, һауаны дымландырырға һәм күп итеп һыу эсергә кәңәш итәләр.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика