12:37 (UTC+5), 11 Января 2019

Радий Хәбиров: 2018 йылда прокуратура эш хаҡы буйынса 650 миллион һум бурысты ҡайтарыуға өлгәште

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 11 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, бөгөн прокуратура хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамы менән тәбрик итеп, тормоштоң бөтә өлкәләре күҙәтеү ведомствоһының контролендә икәнлеген билдәләне. Халыҡтың хоҡуҡи яҡланған булыуына ышанысы прокурорҙарҙың яйға һалынған һәм аныҡ эшенә бәйле. Башҡортостан етәксеһе һүҙҙәренсә, күҙәтеү ведомствоһы үҙ эшендә айырым кешеләрҙең тормош драмаларына, хеҙмәт хаҡын түләмәү күренештәре менән көрәшеүгә, граждандарҙың башҡа социаль гарантияларын яҡлауға, етем һәм инвалид балаларҙың хоҡуҡтарын боҙоуға, коррупцияға ҡаршы көрәшкә иғтибарын йүнәлтергә тейеш.
«Шуныһы мөһим: прокуратура алданған өлөшсөләргә бәйле хәлгә тиҙ иғтибар итә, һуңғы йылдарҙа уларҙың аҡсаһын урлау осрағы буйынса 18 енәйәт эше судҡа ебәрелде. Былтыр торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә финанс боҙоуҙары буйынса 30 енәйәт эше ҡуҙғатылды. Һуңғы йылдарҙа прокуратура органдары хеҙмәт һәм социаль ҡануниәтте үтәүҙәрен күҙәтеүҙе көсәйтте. Прокуратураның тап шулай эш итеүенә бәйле хеҙмәт хаҡы буйынса 650 миллион һумға яҡын бурыс түләттерелде», — тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе күҙәтеү ведомствоһы алдында торған бурыстар иҫәбендә шулай уҡ ялған алкоголгә, һәм, әлбиттә, власть органдарында коррупцияға ҡаршы көрәште атаны. Радий Хәбиров фекеренсә, прокуратураға был мәсьәләлә үҙҙәренең сафында ла тәртипте һаҡларға кәрәк. Ул йәш хеҙмәткәрҙәр өсөн өлгө булып торған ветерандарға рәхмәт белдерҙе.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика