11:00 (UTC+5), 11 Января 2019

Башҡортостанда күп балалы Потякиндарҙың янып юҡҡа сыҡҡан өйөн тергеҙергә ярҙам итәләр

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 11 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостандың Хәйбулла районында йәшәүселәр бергәләп Бүребай ауылынан күп балалы Потякиндар ғаиләһенә булыша. 5 ғинуарға ҡарай төндә уларҙың йорто тулыһынса янып бөттө. Бәхеткә күрә, утта бер кем дә зыян күрмәне, ләкин улар ҡыйыҡһыҙ һәм бер нимәһеҙ тороп ҡалды.
58 йәшлек Тамара Николаевна һәм 56 йәшлек Александр Михайлович Потякиндарҙың ғаиләһе райондың ғорурлығы булып тора. Бына 33 йыл инде улар бергә тормош көтә һәм сит балаларҙы үҙҙәренекеләй күреп тәрбиәләй. Дүрт балаларын үҫтереп, аяҡҡа баҫтырғас, тағы 12 сабый тәрбиәгә алына. Ике ҡыҙҙары ата-әсә йортон ҡалдырған, әле бында бәлиғ булмаған 10 бала: 16 йәшлек Кристина, 15 йәшлек Данил, 13 йәшлек Алена, 13 йәшлек Сашуня, 11 йәшлек Саша менән Даша, 10 йәшлек Антон, 9 йәшлек Карина, Маша һәм Снежана йәшәй. 2016 йылда Потякиндар ғаиләһе иң яҡшы опекун тип танылды һәм республика Мәғариф министрлығы дипломы менән бүләкләнде. Былтыр улар «Бөтә Рәсәй баланы тәрбиәгә алған ғаиләләр ассамблеяһы» Бөтә Рәсәй конкурсында Башҡортостан исеменән сығыш яһаны һәм иң яҡшы унау иҫәбенә инде.
Бер йыл элек Потякиндар ғаилә башлығы Александр Михайлович үҙ ҡулдары менән төҙөгән яңы ҙур йортҡа күсенде. 4 ғинуарҙағы ҡәһәрле төндә ата-әсә өлкән улына күсенергә ярҙам итергә китә, балалар өйҙә өлкәнерәктәренең күҙәтеүендә ҡала. Ҡыйыҡтағы төтөндө өлкән үҫмерҙәр күреп ҡала һәм шунда уҡ башҡа балаларҙы өйҙән алып сыға. Янғын менән көрәшеүселәр утты һигеҙ сәғәт буйына һүндерә.
Әлеге ваҡытта районда халҡының көсө менән ғаиләгә тәүге кәрәк-яраҡтар йыйылған. Уттан зыян күреүселәр «Бүребай тай-байыҡтырыу комбинаты» ҡунаҡханаһында йәшәй. Хәйбулла районы хакимиәтендә әйтеүҙәренсә, тиҙҙән ғаиләне Бүребай ауылындағы ваҡытлыса ике бүлмәле фатирға күсерәләр. Райондың социаль үҫешкә ярҙам хәйриә фонды Потякиндар ғаиләһе өсөн аҡса йыя.
Башҡортостанда йәшәүселәр ҙә булышлыҡ күрһәтә ала. Ҡыҙҙар өсөн 32-38-се үлсәмле, малайҙарға 36-сы һәм 42-се үлсәмле, 54-се үлсәмле ирҙәр кейеме кәрәк. Бүребай ауылы, Горький урамындағы 49-сы йортҡа килтерергә.
Финанс ярҙамы 2202 2003 4759 5009 картаһына ҡабул ителә, хужаһы — Тамара Николаевна Корчагина (Потякина).
1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика