06:02 (UTC+5), 29 Декабря 2018

Яңы йылда һәм Раштыуала Башҡортостанда полиция 330-ҙан ашыу объектта дежур итә

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 29 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре яңы йыл төнөндә һәм Христос Раштыуаһы байрамында дежурлыҡ итергә әҙерләнә. Дружинниктар, шәхси һаҡ агентлыҡтары һәм казактар вәкилдәре менән бергә 2018 йылдың 31 декабренән 2019 йылдың 1 ғинуарына ҡарай төндә республика буйынса 180-дән ашыу объект һаҡ аҫтына ҡабул ителә. Бынан тыш, дини биналар ҙа һаҡ аҫтында була.
«6 ғинуарҙан 7-һенә ҡарай төндә 150-нән ашыу ҡорамда һәм сиркәүҙә хәүефһеҙлек тәьмин ителә, — тип хәбәр иттеләр республика Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә. — Полиция пиротехник изделиеларҙы файҙаланғанда, шулай уҡ спиртлы эсемлектәр ҡулланғанда һаҡ булырға кәрәклеге тураһында иҫкә төшөрә. Шуны онотмағыҙ: иҫерек кешенең енәйәт йәки бәхетһеҙ осраҡ ҡорбаны булыуы, шулай уҡ үҙе законды боҙоуы мөмкин».
Файҙалы телефондар:
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының дежур бүлеге— (347) 279-39-02,
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының ышаныс телефоныт— (347) 279-32-92
йәки 02 (кеҫә телефонынан — 102).
Бөтә телефондар тәүлек әйләнәһенә эшләй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика