05:02 (UTC+5), 27 Декабрь 2018

Силәбелә башҡортса хәйриә шыршыһы уҙҙы

«Уралым» гәзите
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 27 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Ун йыл дауамында Көньяҡ Уралдың баш ҡалаһында Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге вәкиллеге төбәк башҡорт ҡоролтайы менән берлектә башҡортса шыршы байрамдарын ойоштора. Быйыл сара «Планета Смайлс» ғаилә менән күңел асыу үҙәгендә уҙҙы. Байрамға ишле, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге балалар һәм олимпиадаларҙа, спорт ярыштарында еңеү яулаған уҡыусылар саҡырылды. Улар Арғаяш, Ҡоншаҡ, Сосновка, Красноармейский райондарынан һәм Силәбенән килде. Кескәйҙәрҙе Ҡыш бабай, сағыу биҙәлгән шыршы, татлы бүләктәр һәм боулинг уйыны көтә ине.
«Уларҙың күбеһе был уйынды телевизорҙан ғына күргәне бар, — тип һөйләне урындағы «Уралым» баҫмаһы журналистарына йәмәғәтсе Рәбиға Бикбулатова. — Ойоштороусыларға байрам, балаларға йәнә йылмайыу бүләк иткәндәре өсөн рәхмәт, сөнки уларҙың башҡаса «Планета Смайлс»та булыу мөмкинлеге юҡ ине».
Әкиәти тамашаны «Афарин» балалар студияһы тәрбиәләнеүселәре һәм «Урал батыр» этноконкурсында ҡатнашыусылар ҙа ҡараны. Байрамға килеү балаларҙың әүҙем ижади тормошо өсөн бүләк булды. Боулинг уйнағандан һуң балалар шыршыла уттар ҡабыҙҙы һәм Ҡыш бабайҙы саҡырҙы. Улар бергәләп әйлән-бәйлән өйөрөлдө, йырланы, бейене. Әйткәндәй, байрамда Ҡыш бабай ролен уйнаған Хабрахман Мансуровҡа балаларҙың яратҡан тылсымсыһы роленә инеү өсөн тырышырға тура килмәне. Сөнки ул - 35 йыл стажы булған Ҡыш бабай, хатта Бөйөк Устюгта илдең төп Ҡыш бабайында уҡып ҡайтҡан.
«Аҙ тәьмин ителгән балалар өсөн хәйриә шыршыһы изге йолаға әүерелер, йылдан-йыл тағы ла күберәк битараф булмаған кешеләрҙе йәлеп итер тип ышанабыҙ», — тип һөйләнеләр «Башинформ» агентлығына Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге вәкиллегендә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика