14:03 (UTC+5), 26 Декабрь 2018

Владимир Путин республикабыҙҙан ауыр сирле малайға президент самолетын күрһәтте

kremlin.ru
kremlin.ru
ӨФӨ, 2018 йыл, 26 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 25 декабрҙә Рәсәй президенты Владимир Путин Башҡортостандан 15 йәшлек үҫмерҙең хыялын тормошҡа ашырҙы. Ауыр сирҙән яфаланған Арыҫлан Ҡәйепҡолов дәүләт башлығының Ил-96-300 самолетында булды.
Владимир Путин 1-се бортта экскурсия ойошторҙо һәм малайға үҙе бүләк иткән камераға видеоролик төшөрөргә рөхсәт бирҙе.
«Был илдең иң серле самолеты, унда эләгеүем минең өсөн ҙур хөрмәт, — тине Арыҫлан экскурсиянан һуң. — Пилоттар кабинаһынан сағыу тәьҫорат алдым, унда һауа судноһы командиры креслоһына ултырып ҡараным һәм конференц-залды, оҙатып йөрөүселәр салонын күрҙем. Башҡа урындарҙа ла булдыҡ, ләкин уларҙы төшөрөргә ярамай. Был сер булып тора».
Һуңынан үҫмер популяр видеохостингтарҙың береһендә 20 минутлыҡ видеоролик сығарырға вәғәҙәләй, тип хәбәр итә «Интерфакс».
Арыҫландың әсәһе улы менән экскурсиянан һуң Владимир Путин менән телефондан һөйләште һәм дәүләт башлығына үҙе бәйләгән йылы шарфты нисек тапшырырға була икәнен һораны.
Яҡташыбыҙ реабилитация үтеү өсөн тағы ла бер нисә көнгә Мәскәүҙә ҡала.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ил президенты «Минең менән хыяллан» проекты сиктәрендә кино донъяһын күрергә теләгән Вероника исемле ҡыҙҙың, Санкт-Петербургты ҡош бейеклегенән күрергә хыялланған Артемдың һәм дәүләт башлығынан интервью алған Регинаның хыялдарын тормошҡа ашырҙы.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика