17:30 (UTC+5), 26 Декабря 2018

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров дәүләт наградаларын тапшырҙы

Рәйеф Баҙыҡов
Рәйеф Баҙыҡов
ӨФӨ, 2018 йыл, 26 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының Колонналар залында дәүләт наградалары менән бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Залда предприятие етәкселәре, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр, ғалимдар, юғары мәктәп уҡытыусылары, инженер-уйлап табыусылар, уҡытыусылар, табиптар, иҡтисадсылар, эшселәр, идара, социаль өлкә хеҙмәткәрҙәре йыйылды. Наградаларҙы Башҡортостан Республикаһы Башлығы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров тапшырҙы.
«Һеҙҙе ошо мөһим ваҡиға менән ихлас йөрәктән ҡотлайым! Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәтегеҙ һәм һайлаған эшегеҙгә тоғролоғоғоҙ менән әлеге наградаларға лайыҡ булдығыҙ, һөнәрегеҙҙә юғары ҡаҙаныштарға өлгәштегеҙ, — тине республика етәксеһе. — Ошо көндәрҙә Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға мөрәжәғәтнамәмдә тап һеҙҙең кеүек кешеләр — үҙ эшенең ысын оҫталары хаҡында һөйләнем. Улар кешеләргә ҡарата хәстәрлеге һәм иғтибары менән яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә, эшкә бөтә көсөн һалып, ҡалаларыбыҙҙа һәм ауылдарыбыҙҙа тормошто һиҙелерлек яҡшырта. Республика именлегенә хеҙмәт иткәнегеҙ өсөн ихлас рәхмәтемде белдерәм!».
Билдәле космонавт, танылған ғалим, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, Мәскәү дәүләт геодезия һәм картография университеты президенты Виктор Савиныхҡа Халыҡтар дуҫлығы ордены тапшырылды.
«Ошо гүзәл республикала күп тапҡыр булғаным бар, һәм быларҙың барыһы ла Башҡортостанда тыуған бөйөк кешенең исеме менән бәйле. Сергей Тимофеевич Аксаков беҙҙең университеттың беренсе ректоры булды. Башҡортостанда был исемде ныҡ хөрмәт итәләрҙер тип уйлайым. Йыл һайын яҙыусы Михаил Чванов менән бында Аксаков көндәрен ойошторабыҙ», — тине Виктор Савиных.
Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының элекке ректоры, гуманитар һәм социаль фәндәр кафедраһы профессоры Зиннур Нурғәлин, «Уралмостострой» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе Павел Рабухин Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде.
«Социаль мәсьәләләрҙән тыш, юлдар һәм күперҙәр төҙөүгә лә иғтибар иткәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Һеҙҙең килеүегеҙ менән был мәсьәлә йәнләнә. Беҙҙең коллектив бер ҡасан да республиканы ҡыйын хәлдә ҡалдырманы һәм артабан да шулай эшләүен дауам итер», — тине Павел Рабухин.
Был награда йәй көнө Воровский урамында күпер төҙөү эштәрен башлауға булышлыҡ итергә тейеш, тип билдәләне Радий Хәбиров.
Башҡорт дәүләт университетының ғилми-инновация идаралығы фәнни-тикшеренеү секторының баш ғилми хеҙмәткәре Фәнис Раянов «Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденына лайыҡ булды.
«Пакер» ғилми-етештереү фирмаһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте хужаһы советнигы Марат Әминев «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы» тигән маҡтаулы исем алды.
Бөгөн бөтәһе 60 кеше дәүләт наградаларына, маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булды.
1 из 9
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика