06:47 (UTC+5), 25 Декабря 2018

Төбәктә көҙгө саҡырылышта һалдатҡа алыныусыларҙың һуңғы партияһы хеҙмәт итеү урындарына оҙатылды

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 25 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Башҡортостанда көҙгө саҡырылышта һалдатҡа алыныусыларҙың һуңғы партияһы хеҙмәт итеү урындарына оҙатылды. Республика ҡала һәм райондарынан 250 егет Ҡораллы Көстәрҙе тулыландырҙы.
Тантанала республиканың хәрби комиссары, хөкүмәт вәкилдәре, йәмәғәт һәм ветеран ойошмалары етәкселәре, туғандары һәм ҡала халҡы ҡатнашты, тип хәбәр итә «Звезда» телеканалы.
Көҙгө кампанияла Үҙәк хәрби округынан 55 меңдән ашыу егет саҡырылған, уларҙың 4000-дән күберәге – Башҡортостандан.
Көҙгө саҡырылыш 1 октябрҙә башланды. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указы буйынса, хәрби хеҙмәткә 132,5 мең кеше алынырға тейеш. Йыл һайын көҙгө саҡырылышта Башҡортостандан биш меңгә яҡын һалдат оҙатыла. Быйыл яҙғы саҡырылыш кампанияһында армия сафына 128 мең кеше алынды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика