Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.68
-0.07
94.46
+0.83
67.72
-1.08
21+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Декабрь 2018, 15:58
Өфөлә трамвай һәм троллейбус байрамса биҙәлде
Өфө хакимиәте
ӨФӨ, 2018 йыл, 25 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә Яңы йылға биҙәлгән трамвай һәм троллейбус маршрутҡа сыҡты. Уларға неон яҡтыртҡыс ҡуйылған.
Яңы йыл трамвайы 5-се «Пушкин урамы – Дәүләт циркы», троллейбус – 13-сө «Белореченский» биҫтәһе – Колхоз баҙары» маршрутында пассажирҙары хеҙмәтләндерә.
«Өфө ҡалаһының муниципаль электр транспорты идаралығы йәнә баш ҡалала байрам кәйефен булдырыуға ҡушылырға, шулай уҡ электр транспортына өфөләрҙең иғтибарын йәлеп итергә булды, — тип аңлатма бирҙеләр учреждениела. — Уларҙың бөтә матурлығын тулыһынса кис көнө баһаларға мөмкин».
http://www.bashinform.ru/news/1255817-v-ufe-k-novomu-godu-ukrasili-tramvay-i-trolleybus/
Теги:
транспорт
яңы йыл
Читайте нас: