12:33 (UTC+5), 24 Декабря 2018

Дыуан районында ҡотороу сире буйынса карантин иғлан ителде

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 24 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Башҡортостандың Дыуан районы Мәсәғүт ауылында ҡотороу сире буйынса карантин иғлан ителде. Сикләүҙәр Дауахана һәм Октябрь урамдары биләмәһендә ғәмәлдә.
«Башинформ» агентлығына Башҡортостан Ветеринария идаралығының әйҙәүсе белгес-эксперты Рәзинә Шәрипова хәбәр итеүенсә, 6 декабрҙә төш ваҡытында бер ҡатынға ҡырағай төлкө һөжүм иткән. Шул уҡ көндө йәнлек башҡа кешеләрҙе лә тешләгән. Быны туҡтатыу өсөн төлкөнө үлтергәндәр. Ветеринарҙар үткәргән тикшереү уның ҡотороу сирле икәнен асыҡлаған. Зыян күреүселәр урындағы дауаханаға мөрәжәғәт иткән һәм тейешле дауа алған.
Карантин биләмәһендә эт, бесәй күргәҙмәләрен ойоштороу, йорт хайуандарын һатыу, ситкә сығарыу, кейек аулау тыйыла. Сикләү саралары уларҙы алыу тураһында ҡарар ҡабул ителгәнсе ғәмәлдә ҡала.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика