09:31 (UTC+5), 24 Декабря 2018

Башҡортостанда Соликамск шахтаһында һәләк булған яҡташтарыбыҙҙың ғаиләләренә берәр миллион һум түләнә

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2018 йыл, 24 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 22 декабрҙә Соликамск шахтаһында ғүмерҙәре өҙөлгән Башҡортостан вәкилдәренең ғаиләләренә 3 миллион һум бүлергә бойороҡ бирҙе. Хеҙмәт министрлығына бер тапҡыр күрһәтелә торған ярҙам өсөн аҡса республика хөкүмәтенең резерв фондынан бүленә.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, шәмбе Мәскәү ваҡыты буйынса иртәнге сәғәт 11-се 4 минутта Пермь крайының Соликамск ҡалаһында «Уралкалий» компанияһы шахтаһында янғын сыҡҡан. Шахтала эшләгән 17 кешенең һигеҙе сығып өлгөргән, улар зыян күрмәгән.
Эшселәр 360 метрҙан ашыу тәрәнлектә булған. Ҡорбандар араһында Башҡортостандан өс кеше бар.
Улар — Игнатенко Сергей Геннадьевич, 1977 йылда тыуған, Белореттан, шулай уҡ Өфөнән Томшин Сергей Павлович (1961 йылғы) һәм Абрамов Антон Сергеевич (1980 йылғы).
Республика Башлығы вазифаһын башҡарыусының бойороғона ярашлы, шахтала һәләк булған яҡташтарыбыҙҙың ғаиләләренә берәр миллион һум аҡса түләнә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика