05:57 (UTC+5), 24 Декабрь 2018

Башҡортостанға 100 йыл тулған йылда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын уҙғарырға тәҡдим ителде

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 24 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын Башҡортостан Республикаһы өсөн юбилейлы 2019 йылда уҙғарырға кәрәк. Башҡорт ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин «Рәсәй Федерацияһы субъекттары ҡоролтайҙарының яңы йүнәлештәре һәм мөмкинлектәре» тигән түңәрәк өҫтәлдә ошо хаҡта белдерҙе.
Республиканан ситтәге ҡоролтайҙар эшмәкәрлеген яңыртыу мәсьәләләре тикшерелгән сарала Һамар, Свердловск, Ырымбур, Силәбе өлкәләре, Татарстан Республикаһы, Ханты-Манси автономиялы округы, Ямал-Ненец автономиялы округы, Екатеринбург, Һамар, Санкт-Петербург, Силәбе ҡалаларының башҡорт йәмәғәт ойошмалары етәкселәре, Бөтә донъя башҡорттары ҡоротайы башҡарма комитеты ағзалары, республика Мәҙәниәт министрлығы һәм ведомство ҡарамағындағы учреждениелар вәкилдәре ҡатнашты.
«Республиканың 100 йыллығы — бик мөһим дата, Рәсәй Президентының бер быуатлыҡ юбилейын байрам итеү тураһында тейешле указы бар. Шуға күрә дөйөм съезды бер йыл алдараҡ, Башҡортостан өсөн тарихи әһәмиәтле йылда үткәреүҙе ҡанунға ярашлы тип иҫәпләйем. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын күләмле һәм тантаналы итеп ойошторорға ине. Өфөләге мәҙәниәт һарайынан тыш, республика райондарында ла милли йолалар һәм ғөрөф-ғәҙәттәр менән халыҡ йыйындарын үткәрергә кәрәк», — тип билдәләне ҡоролтайҙың башҡарма комитеты етәксеһе.
Төбәк лидерҙары был идеяны хупланы. Съездың аныҡ датаһын Башҡорт йәмәғәт ойошмаһының башҡарма комитеты билдәләй.
1 из 7
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика