11:02 (UTC+5), 24 Декабря 2018

Башҡорт Википедияһы ирекмәндәрен туғандаш ҡалалар тураһында конкурста ҡатнашырға саҡыралар

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 24 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. «Донъяны танып бел. Туғандаш ҡалаларҙан башла!» — Википедияла туғандаш һәм партнер ҡалалар тураһында мәҡәләләр яҙыу һәм булғандарын тулыландырыу буйынса конкурс-марафон шулай тип атала. Ул 2019 йылдың 1 мартына тиклем дауам итә. Конкурсты «Викимедиа РУ», Рәсәй Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Леонид Шафиров, Почетлы граждандар, остаздар һәм һәләтле йәштәр ассоциацияһы, шулай уҡ «Донская группа викимедийцев» ирекмәндәр төркөмө ойошторған. Ойоштороусылар еңеүселәргә Википедиянан бүләктәр вәғәҙәләй.
«Башҡортостан һәм Башҡорт Википедияһы өсөн был конкурста айырыуса туғандаш ҡалалар илдәренең рәсми телдәрендә (төрөк, немец, ҡытай, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, белорус, ғәрәп, абхаз, япон, фин) Рәсәй ҡалалары тураһында мәҡәләләр ҡатнашҡан 2-се номинация мөһим. Шуның менән бергә 3-сө номинацияла сит илдәрҙәге туғандаш ҡалалар хаҡында Рәсәй халыҡтары телдәрендә, мәҫәлән башҡортса яҙылған мәҡәләләр ҡатнаша. Команда менән бергә уңышҡа өлгәшеү мөмкинлеге лә бар», — тине «Башинформ» агентлығына Башҡорт Википедияһы администраторы Рөстәм Нурыев һәм ошо конкурсты Башҡортостанды, башҡорт телен популяр интернет энциклопедияла үҫтереү өсөн файҙаланырға саҡырҙы.
Википедия мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостандың сит илдәрҙәге туғандаш һәм партнер ҡалалары: Өфө — Анкара (Төркиә), Галле (Германия), Шэньян (Ҡытай), Хэфэй (Ҡытай), Цицикар (Китай), Наньчан (Китай), Астана (Ҡаҙағстан), Бишкек (Ҡырғыҙстан), Минск (Белоруссия), Маскат (Оман), Лейпциг (Германия), Сухум (Абхазия), Китакюсю (Япония), Мерсин (Төркиә), Павлодар (Ҡаҙағстан), Чунцин (Ҡытай); Салауат — Порвоо (Финляндия), Хемниц (Германия); Октябрьский — Карамай (Ҡытай).
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика