10:01 (UTC+5), 21 Декабря 2018

Дәүләт Думаһы парламентҡа индерелгәндән һуң 8 йыл үткәс кенә хайуандарҙы яҡлау тураһында закон ҡабул итте

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 21 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. 19 декабрҙә Дәүләт Думаһы хайуандарҙы яҡлау тураһында закон ҡабул итте. 2011 йылдың мартында ул тәүге уҡыуҙы үтте. 2016 йылдың көҙөндә Владимир Путин уны ҡабул итеүҙең мөһимлегенә иғтибар итте һәм Рәсәй хөкүмәтенә тейешле йөкләмә бирҙе.
Закон хайуандарҙы ҡаты мөғәмәлә итеүҙән яҡлай, шулай уҡ хайуандар менән эш иткәндә граждандарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итә. Хәҙер ниндәй ҙә булһа һылтау менән хайуандарҙы үлтереү, һуғыштырыу, хайуандарҙы башҡа йәнлектәргә һәм кешеләргә һөсләтеү тыйыла. Бер ниндәй сәбәпһеҙ хайуандан ҡотолорға ярамай — уны яңы хужаға йәки приютҡа тапшырырға кәрәк. Хайуандар менән ҡаты мөғәмәлә итеүҙе пропагандалауҙы, шулай уҡ фатирҙа, шәхси йортта һәм баҡса участкаһында ҡырағай йәнлектәр аҫрауҙы тыйыу индерелә. Хәҙер сауҙа үҙәктәрендә зоопарктар һәм кафе-барҙа, ресторанда хайуандар тотоу тыйыла.
Закон хайуандарҙы йөрөтөү ҡағиҙәләрен билдәләй (шул иҫәптән хәүефле тоҡомло эттәрҙе) — муйынсаҡ һәм морондоҡ мотлаҡ. Хужаһыҙ хайуандар менән эш итеү тәртибе билдәләнә. Хәҙер «тотоу-стерилизация-вакцинация-кире ҡайтарыу» программаһы ғына мөмкин, биркаһы алынмаған осраҡта ғына. Тотҡандан һуң хужаһыҙ хайуан шунда уҡ приютҡа тапшырылырға, ә тотоу һәм элекке йәшәү урынына сығарыу видеоға төшөрөлөргә тейеш. Хужаһының мәғлүмәттәре яҙылған хайуандарҙы тотоу тыйыла (мәҫәлән, муйынсаҡтағы махсус биркалар менән), йәнлекте хужаһына кире ҡайтарырға кәрәк.
Документ хайуандар өсөн приюттар ойоштороуҙы һәм уларҙың эшен дә билдәләй, мәҫәлән, уларҙы фатирҙа асырға ярамай. Приюттар өс көн эсендә үҙҙәренә килеп эләккән хайуан тураһында мәғлүмәт бирергә бурыслы. Шулай уҡ приюттарға дауалап булмаҫлыҡ сир йәки үтә ауыр йәрәхәт тураһында ветеринар һығымтаһынан тыш хайуандарҙы үлтереү тыйыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика