12:30 (UTC+5), 20 Декабря 2018

Каринэ Хәбирова Мәскәүҙә халыҡ кәсептәре йәрминкәһен асыуҙа ҡатнашты

Гөлсәсәк Ханнанова
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 20 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан етәксеһенең хәләл ефете Каринэ Хәбирова Мәскәүҙә Рәсәй халыҡтары кәсептәре йәрминкәһен асыуҙа ҡатнашты. Илебеҙҙең баш ҡалаһында юбилейлы, 25-се «Ладья. Ҡышҡы әкиәт – 2018» күргәҙмәһе эш башланы.
Экспозицияға Рәсәйҙең 68 төбәгенән 1600-ҙән ашыу ойошманың һәм оҫтаның эше ҡуйылған.
Йәрминкә барышында эшлекле форум ойошторола, унда алдағы өс көндә 15 конференция, оҫталыҡ дәрестәре, эксперттарҙың фекер алышыуҙары һәм бәйләнештәр йәрминкәһен уҙғарыу ҡаралған. Башҡортостандың халыҡ оҫталары ҡулдан эшләнгән сувенирҙар, милли кейемдәр, ювелир изделиеларын, башҡорт балын һәм башҡа әйберҙәр тәҡдим итте. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусының хәләл ефете Каринэ Хәбирова фекеренсә, Башҡортостан өсөн әһәмиәтле ваҡиғалар алдынан республиканы, уның милли йолаларын һәм мәҙәниәтен мөмкин тиклем киңерәк күрһәтеү бик мөһим.
«Республиканың 100 йыллығына яҙғыһын һәм көҙгөһөн Мәскәүҙә саралар үткәреү планлаштырыла. Өфөлә лә халыҡ кәсептәренә, һөнәрселәргә арналған саралар уҙғарыла. Был үҙебеҙ хаҡында белдереү, Башҡортостан тураһында күберәк кеше белһен өсөн уңай ваҡыт», — тине Каринэ Хәбирова.
«Ладья. Ҡышҡы әкиәт – 2018» күргәҙмәһе 23 декабргәсә эшләй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика