07:22 (UTC+5), 19 Декабря 2018

«Яндекс.Такси» водителдәре «Лиза Алерт» ирекмәндәренә юғалған кешеләрҙе эҙләүҙә ярҙам күрһәтә

асыҡ сығанаҡтарҙан
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 19 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. «Яндекс.Такси» сервисының күпселек водителдәре «Лиза Алерт» ирекмәндәре булырға ризалашҡан.
Таксистарға «Таксометр» ҡушымтаһы аша юғалған кешеләр тураһында мәғлүмәт тапшырыла. «Ориентировка» тигән махсус бүлектә хәҙерге ваҡытта кемде эҙләүҙәре, кешене һуңғы тапҡыр ҡайҙа күреүҙәре, уның билдәләре, шулай уҡ эҙәрмән отряды менән бәйләнеш өсөн номер баҫыла, тип хәбәр итә Социаль мәғлүмәт агентлығы.
Әлеге ваҡытта сервисҡа 500 меңдән ашыу водитель тоташтырылған. Әгәр таксист үтеп барыусылар йәки үҙенең пассажирҙары араһында оҡшаш кешене күрһә, был хаҡта «ҡыҙыу элемтә»гә хәбәр итә ала. Оператор уға артабан нимә эшләргә кәрәклеген әйтә. Сервис тотош Рәсәйҙә эшләй.
Сервистың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, эҙләү операцияларын ойоштороуҙа йөҙҙәрсә ирекмән ярҙам күрһәтә: улар араһында кинологтар, детективтар, квадроциклистар һәм водолаздар бар. «Әгәр водителдәрҙә уларҙың ҡалаһында юғалған кешеләр хаҡында иғландар булһа, эҙләү эштәрендә уңышҡа өлгәшеү бермә-бер артыр ине», — тип иҫәпләй «Лиза Алерт» башлығы Григорий Сергеев.
«Лиза Алерт» — юғалған кешеләрҙе эҙләгән ирекмәндәр хәрәкәте. Һигеҙ йыл эшләү осоронда отрядтың илдең 47 төбәгендә ирекмәндәре барлыҡҡа килгән. Быйыл ғына улар 10 меңдән ашыу кешене иҫән-һау килеш тапҡан.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика