10:18 (UTC+5), 18 Декабря 2018

«Торатау» конгресс-холында зал Мортаза Рәхимов менән Рөстәм Хәмитовты аяғүрә баҫып алҡышланы

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 18 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында 18 декабрҙә республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға беренсе Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһаны. Ул үҙенән алда эшләгән етәкселәргә мөрәжәғәт итте.
«Республикала властың законлы һәм демократик рәүештә алмашыныу традицияһының нығыныуы тураһында әйткем килә. Өлкән быуынға хөрмәт хаҡында, — тине Радий Хәбиров. — Бөгөн был залда беҙҙең менән — Башҡортостандың тәүге Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов. Ауыр, һынылышлы йылдарҙа ул республиканың данын һаҡлап ҡалды һәм арттырҙы. Мин уны бик хөрмәт итәм. Рәхмәт Һеҙгә, Мортаза Ғөбәйҙулла улы! – тине ул. – Шулай уҡ Рөстәм Зәки улы Хәмитовҡа ла рәхмәт белдерәм. Властың асыҡлығы, ҙур мәҙәни форумдар, ШОС һәм БРИКС саммиттары, республиканы донъяға танытыу – быларҙың барыһы ла һеҙҙең ҡаҙаныш».
«Торатау» конгресс-холына йыйылыусылар Башҡортостандың элекке етәкселәрен аяғүрә баҫып алҡышланы.
Радий Хәбиров эшендәге төп өҫтөнлөктө билдәләне — һәр кеше хаҡында хәстәрлек күреү, республикала йәшәүселәрҙең һәр береһенең тормошон яҡшыртыу.
1 из 6
«Эйе, тап һәр кеше тураһында хәстәрлек күреү. Уның социаль статусына, милләтенә йәки диненә ҡарамайынса. Тарихтан белеүебеҙсә, йәмғиәтте теге йәки был сәбәптәр буйынса бүлеү бер ҡасан да яҡшыға килтермәне. Шуға күрә тәү сиратта барыбыҙҙы ла берҙәм булырға саҡырам. Балаларыбыҙ һәм ейәндәребеҙ йәшәргә теләгән республика, дөйөм йорт төҙөү буйынса күмәк эшкә», — тине Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы.
http://www.bashinform.ru/news/1252804-v-kongress-kholle-toratau-zal-stoya-aplodiroval-murtaze-rakhimovu-i-rustemu-khamitovu/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика