08:32 (UTC+5), 18 Декабря 2018

Радий Хәбиров торлаҡ һатып алыу өсөн яңы программа әҙерләргә ҡушты

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 18 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Артабан һатып алыу мөмкинлеге менән ҡуртым — Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров йәш белгестәргә торлаҡ һатып алыу өсөн яңы программа әҙерләргә ҡушты. Ул шишәмбе, 18 декабрҙә, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы депутаттары алдында Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда шул хаҡта белдерҙе.
«Муниципалитет башлыҡтарына мөрәжәғәт итәм. Белгестәр етешмәү мәсьәләһенән ситкә тайпылырға, миңә «был минең вәкәләттәремә инмәй» тип әйтергә кәрәкмәй. Биләмәләрегеҙ өсөн һеҙ яуаплы! — тине республика етәксеһе. — Көтмәгеҙ, әүҙемерәк булығыҙ, кәрәкле белгестәрҙе үҙегеҙ эҙләгеҙ, уларға социаль, көнкүреш йәһәтенән урынлашырға ярҙам итегеҙ. Улар өсөн йырлаһағыҙ ҙа, бейеһәгеҙ ҙә була – ҡалһындар ғына».
Атап әйткәндә, республика райондарында медицина кадрҙары етешмәүе мәсьәләһе киҫкен тора. Бөгөн беҙҙең дауалау учреждениеларына өҫтәмә рәүештә 1300-гә яҡын табип кәрәк, тине Радий Хәбиров.
«Киләһе йылда 125 табипҡа — райондарға һәм бәләкәй ҡалаларға эшкә барған тар йүнәлешле белгескә миллионышар һум бирелә. Килешеү төҙөп, «Ауыл табибы» программаһында ҡатнашҡан, ләкин төрлө сәбәптәр арҡаһында уларҙы алмаған тағы 150 белгескә шундай уҡ түләүҙәр тапшырыла», — тине Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы.
Төбәк етәксеһе бөгөн Өфөгә ике йыл элек «Ауыл табибы» программаһы буйынса Ырымбурҙан Мәсетле районының Түбәнге Бобино ауылына эшкә килгән Сәлмәевтар ғаиләһен саҡырған. Урындағы халыҡ уларҙың эше менән бик ҡәнәғәт.
«Йыл дауамында дауахана уларҙың ҡуртым фатиры өсөн түләгән. Хәҙер иһә ғаилә программа сиктәрендә алған миллион һумға үҙҙәренә өй һала, — тип хәбәр итте Радий Хәбиров. — Өсөнсөгә бала көткәнегеҙҙе беләм. Саҡырһағыҙ, икенсе тапҡыр мотлаҡ һеҙгә инеп сығырмын һәм яңы йортта нисек йәшәгәнегеҙҙе ҡарармын».
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы һүҙҙәренсә, муниципалитет башлыҡтарының эше табиптарҙың һәм башҡа белгестәрҙең социаль-көнкүреш күрһәткесе буйынса ла баһалана.
«Хөкүмәткә йәш белгестәргә артабан һатып алыу мөмкинлеге менән ҡуртым торлағын биреү буйынса республика программаһын әҙерләү бурысын йөкмәтәм», — тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе әйтеүенсә, ҡайҙа ғына халыҡ менән осрашмаһын, уларҙы бер нәмә борсой: лайыҡлы эш булмағас, байтаҡ ир-егеттәр республиканан ситкә эшкә китә.
«Нигеҙҙә себер яҡтарына, һаулыҡтарын бөтөрөп. Бынан тыш, йыш ҡына ғаиләләр тарҡала. Беҙ иһә эшкә һәләтле халыҡты юғалтабыҙ. Бөгөнгә был республикабыҙ өсөн төп саҡырыуҙарҙың береһе тип иҫәпләйем», — тип билдәләне Радий Хәбиров.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика