09:02 (UTC+5), 18 Декабря 2018

Радий Хәбиров үҙенең эш девизын атаны: «Беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙ!»

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 18 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы депутаттарына һәм республика халҡына Мөрәжәғәтнамәһендә үҙенең эш девизын атаны:
«Күршеләребеҙ һәм дуҫтарыбыҙ дөрөҫ әйтә:«Беҙ булдырабыҙ». Ә мин барлыҡ йыйылыусыларға: «Беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙ!», тип әйтергә теләйем.
«Кемгә тәржемә кәрәк, аңлатып үтәм: бөгөн беҙ башҡаларҙан яҡшыраҡ эшләргә тейешбеҙ. Беҙҙе уҙып киткән төбәктәрҙе йәшәү кимәле буйынса ҡыуып етергә теләйбеҙ икән, икенсе юл юҡ. Шул саҡта илдә алдынғы урындарға кире ҡайтырбыҙ. Был һүҙҙәр девизыбыҙ булырға тейеш», — тип асыҡланы төбәк етәксеһе.
Радий Хәбиров республикала йәшәүселәрҙең барыһына ла былай тине: «Әйҙәгеҙ үҙебеҙҙе провинциалдар итеп тоймайыҡ! Үҙебеҙҙе хөрмәт итәйек, республикабыҙ, ҡаҙаныштарыбыҙ менән ғорурланайыҡ!».
Республика башлығы вазифаһын башҡарыусы йыйылыусыларға күренекле яҡташтарыбыҙҙы — мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәрен, сәйәсмәндәрҙе, ғалимдарҙы, спортсыларҙы иҫкә төшөрҙө. Республика етәксеһе үҙенең Мөрәжәғәтнамәһен «Алға, Башҡортостан!» тигән һүҙҙәр менән тамамланы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика