07:30 (UTC+5), 17 Декабря 2018

Төбәктә сүп-сар сығарған өсөн түләү хаҡы кәметелде

gazetahimki.ru
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 17 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 2019 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостанда йәшәүселәрҙең яңы коммуналь хеҙмәт — сүп-сар сығарған өсөн түләү хаҡы күп фатирлы йортта бер кешегә 57-нән 81 һумға, ә шәхси йортта йәшәгән бер кешегә 58-ҙән 81 һумға тиклем тәшкил итә. Ошо хаҡта бөгөн оператив кәңәшмәлә Башҡортостан хөкүмәте вице-премьеры — торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Михаил Киреев белдерҙе.
Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар йыйыу системаһы булмаған ауылдарҙа уны ҡапсыҡтарҙа сығарыу күҙаллана. Яңы йылдың икенсе кварталынан республиканың һәр тораҡ пунктында яҡында ғына ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар йыйыу өсөн контейнерҙар ҡуйылырға тейеш. Ауылдарҙа сүп-сарҙы даими түгеүҙе ойошторғанға тиклем түләүҙәр халыҡ һәм төбәк операторҙары араһындағы махсус килешеүҙәр менән көйләнә.
Ауылда йәшәүселәргә 2019 йылдың беренсе кварталында түләү 35 һумдан артмай. Артабан ул квартал һайын төбәк операторы эшмәкәрлеге зонаһында билдәләнгән дәүмәлгә тиклем етергә тейеш, тип белдерҙе Михаил Киреев.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, республикала ошо хеҙмәт өсөн һан — 70 һумдан, ә ауылда йәшәүселәр өсөн 35-тән артмаҫҡа тейеш.
«Хаҡтарҙы артабан арттырыуға килгәндә, төбәк операторҙарының нисек эшләүенә ҡарарбыҙ. Шулай уҡ хәҙер халыҡтың социаль яҡланмаған ҡатламы өсөн яҡлау сараларын ҡарау бик мөһим», — тип билдәләне Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы.
Унан тыш, Радий Хәбиров яңы йылдан яңы түләү системаһына күсеүгә бәйле квитанцияларҙа буталсыҡ, икеләтә түләү — быға тиклем сүп-сар сығарған өсөн дөйөм йорт сығымдары сиктәрендә һәм яңы коммуналь хеҙмәт өсөн сумма булмаһын өсөн быны күҙәтеп барырға ҡушты.
Республика етәксеһе район хакимиәттәре башлыҡтарына 2019 йылдың аҙағына тиклем һәр тораҡ пунктта контейнерҙар ҡуйырға һәм сүп-сарҙы айырым йыйыу тураһында уйларға ҡушты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика