10:30 (UTC+5), 17 Декабря 2018

Республика ЮХХДИ күләмле иҫкәртеү акцияһын уҙғара

автор
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 17 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Ҡышҡы каникул осоронда юлдарҙа балалар именлеге мәсьәләһе айырыуса көнүҙәк. Башҡортостан дәүләт автоинспекцияһы һәм мәғариф органдары 17 декабрҙән «Иғтибар — балалар!» иҫкәртеү сараһын уҙғара. Акция киләһе йылдың ғинуарында тамамлана.
Ведомстволарҙың иғтибары балалар ташыуҙы ойоштороуға йүнәлтелә, ЮХХДИ постары балалар күп йөрөгән урындарға яҡыная. Шулай уҡ инспекторҙар юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса төрлө конкурстар үткәрә.
Ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, ноябрь йомғаҡтары буйынса республикала балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнашлығында 412 автомобиль аварияһы теркәлгән. Уларҙа 17 баланың ғүмере өҙөлгән, 444-е төрлө йәрәхәттәр алған. Юл фажиғәләренең яртыһында балалар пассажир булған, уларҙың унауһы шулай уҡ ошо категорияға тура килә. Етәүһе — йәйәүле.
«Дәүләт автоинспекцияһы һәм уҡытыусылар водителдәрҙән бала ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуймауҙарын һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәүҙәрен һорай. Юлығыҙҙа кескәй йәйәүлене күргәс тә, алдан уҡ тиҙлекте кәметегеҙ, сөнки балаларҙың юлда үҙҙәрен нисек тотоуын әйтеп булмай», — тинеләр ЮХХДИ-да һәм ата-әсәләрҙе балаларға йәйәүлеләр өсөн юл хәрәкәте ҡағиҙәләре тураһында иҫкә төшөрөргә саҡырҙылар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика