09:31 (UTC+5), 14 Декабря 2018

Республикала йәштәр никахҡа инеүҙе бер йыл алдан планлаштыра ала

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 14 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары киләһе пленар ултырышта «Башҡортостан Республикаһының Ғаилә кодексына үҙгәрештәр индереү тураһында» закон проектын ҡарарға ниәтләй. Республика парламентының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, төп яңылыҡтарҙың береһе никахты теркәү тәртибен үҙгәртеүгә бәйле.
«Үҙгәрештәр никахҡа инеүселәр өсөн өҫтәмә уңайлыҡтар булдырыуға йүнәлтелгән, — тип аңлатма бирҙе Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев. — Республика Ғаилә кодексының ғәмәлдәге редакцияһында никах ғариза биргәндән һуң бер ай эсендә теркәлә тип яҙылған. Был ЗАГС органдары эшенең күплеген һығылмалы көйләй алмауға килтерә. Граждандар төрлө ауырлыҡтар менән дә осраша, ҡағиҙә булараҡ, улар датаны һайлауҙан мәхрүм тиергә мөмкин һәм ваҡытты һайлауҙа сикләнгән. Теләгән ваҡытта өйләнешеү өсөн ғаризаны бер ай элек билдәле бер көндә бирергә тура килә. Закон проекты бер айҙан бер йылға тиклем ваҡытты күҙ уңында тота, шул рәүешле йәштәр үҙҙәре өсөн уңайлы датаны һәм ваҡытты һайлай ала».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика